Республика Хөкүмәтендә үҙгәрештәр

Радий Хәбировтың Указдары менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров вазифаларынан бушатылды. Документтар менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Был чиновниктар республика парламенты депутаттары итеп һайланды. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай яңы составта тәүге пленар ултырышҡа иртәгә йыйыла.

Шулай уҡ республика башлығы Указы менән республиканың Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы итеп Илдар Мәүлитбирҙин тәғәйенләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыу Кирилл Первовҡа йөкмәтелде.