Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителеүгә 30 йыл

Ошо дата айҡанлы бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина менән осрашыу үтте. Студенттар менән осрашыуҙа һүҙ илдең төп норматив хоҡуҡи актының тарихы, структураһы, башҡа закондарҙан айырмаһы хаҡында барҙы.

Хоҡуҡ институты йәштәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, теләктәрен еткерҙе. Ирина Панькина үҙ сиратында буласаҡ юристарға һуңғы осорҙа ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр хаҡында ла һөйләп үтте. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы ҡараған һуңғы закон проекттарының береһе бәлиғ булмағандарҙы тәмәке тартыуға йәлеп иткән өсөн яуаплылыҡ тураһында. Бында тәмәке генә түгел, составында никотин булған вейптар, кальян һәм электрон сигареттар ҙа күҙ уңында тотола.

Закон проектына ярашлы, бәлиғ булмағандарҙы тәмәке тартыуға йәлеп иткән өсөн 100 мең һум штраф һалына йәки административ яза бирелә. Ҡанунды йылына ике тапҡыр боҙған осраҡта енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.

Ирина Панькина, Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары