Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Граждандар Оборонаһы ғәскәрҙәре көнө

Өфө районы Дорогин ауылындағы Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге мәктәбендә иҫтәлекле датаға бәйле саралар үтте.

Егеттәр, ҡыҙҙар марш булып атлай. Дорогин ауылындағы мәктәптә 8 кадет класы, уларҙың дүртеһе башланғыс. Бөтәһе 152 бала төп белем алыуҙан тыш граждандар оборонаһы нигеҙҙәрен үҙләштерә.

Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында һәр секунд һанаулы. Уҡыусылар ваҡытҡа махсус кейем кейеп күрһәтте. Буласаҡ янғын һүндереүселәр ҙә юғары әҙерлеккә бәләкәйҙән өйрәнә. Кадет класында уҡыусы ҡыҙҙар ҙа автоматты тиҙ генә һүтеп-йыя белә.

Кадеттарға физик яҡтан ныҡлы булыу мөһим. Уҡыуҙан һуң улар физик әҙерлек үтә, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен үҙләштерә. Кадет класына уҡыусылар үҙ теләге буйынса килә.

Халыҡты, матди һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе хәрби хәрәкәттәр, тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә хәүефтән һаҡлаусы система ойошторолоуына быйыл 91 йыл. Донъялағы ваҡиғаларға бәйле был йүнәлештә эш алып барыу тағы ла йәнләнде.

Рәмилә Исмәғилева