4 октябрь киске сәғәт 6-ан Өфөнөң Пугачев һәм Ағиҙел урамдарында транспорт хәрәкәте тәртибе үҙгәрә

«Дуҫлыҡ монументы»нан килгән машиналар өҫкө урау юлға йүнәлтелә. 13 октябрҙән Пугачев урамы Ағиҙел урамына тиклем яңы урау юлға тиклем тулыһынса ябыла. Транспорт яңы схема буйынса хәрәкәт итәсәк. Үҙгәрештәр юл кимәлен проектта ҡаралған 6 метр бейеклеккә күтәреү өсөн талап ителә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автоһәүәҫкәрҙәрҙе был участкала икеләтә иғтибарлы булырға һәм үҙҙәренә кәрәкле хәрәкәт һыҙатын дөрөҫ һайларға кәңәш итә.