Һөйөү өсөн рәхмәт. Өфө яҙыусыһы Нина Турицинаның ошондай исем аҫтында яңы китабы донъя күрҙе.
Нина Турицына һөнәре буйныса музыка белгесе, әммә киң йәмғәтселеккә ул журналист, яҙыусы, сәйәхәтсе булараҡ билдәле. Автор шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, билдәле шәхестәр хаҡында очерктар ҙа яҙа. Һуңғы йылдарҙа Нина Турицина күберәк дектективтар ижад итә.
Яҙыусы фекеренсә, был жанр уҡыусыларға иң яҡыны. Донъя күргән китаптар тиҙ арала таралып бөтә. Авторҙың яңы йыйынтығы «Һөйөү өсөн рәхмәт» тип атала, ул 1 мең тираж менән сыҡҡан. Әле яҡташыбыҙ тағы ла бер ижад емеше өҫтөндә эшләй. Ул Мәскәү нәшриәтендә баҫыласаҡ.