Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында тәүге супергеройҙар комиксы тәҡдим ителде. «Урал батыр» комиксы нигеҙенә башҡорт халыҡ эпосы сюжеты алынған. Ләкин авторҙар әйтеүенсә, бер аҙ үҙгәрештәр, яңы геройҙар ҙа индерелгән. Комиксты презентациялау сараһын уның авторҙары Айҙар Сәйғәфәров һәм Таңсулпан Бураҡаева үткәрҙе. Һүрәттәрҙәге тарих электрон форматта тәҡдим ителде. Яҡын арала уның баҫма варианты донъя күрәсәк.
Исем туйында хәҙерге комикс геройҙары менән башҡорт халыҡ әҫәрҙәре батырҙары араһында аналогия үткәрелде. Баҫманың авторҙары был йүнәлештә эшен дауам итергә һәм эпос нигеҙендә комьютер уйынын уйлап сығарырға ниәтләй. Бынан тыш, «Ете ҡыҙ» легендаһы сюжеты буйынса ла комикс эшләү күҙаллана.