Баймаҡта «Уҡытыусы һәм остаз» йылына арналған «Быуындар бәйләнеше» фестивале үтте

Бөгөн - Уҡытыусылар көнө. Ошо уңайҙан Баймаҡ ҡалаһының 4 лицейында «Уҡытыусы һәм остаз» йылына арналған «Быуындар бәйләнеше» фестивале үтте.

Бар ғүмерен мәктәп эшенә арнаған, оҙаҡ йылдар яратҡан һөнәренә тоғро ҡалған, бөгөн хаҡлы ялда булыусыларҙы белем усаҡтары онотмай, уларҙы һәр саҡ осрашыуҙарға, байрамдарға саҡырып торалар. Ҡаланың 4 лицейында үткән «Быуындар бәйләнеше» фестиваленә 35 мәғариф ветераны саҡырылды. Улар үҙҙәренең иҫтәлектәре менән бүлеште, мәктәп етәкселеге тарафынан рәхмәт хаттары алып, уҡыусылар әҙерләнгән концерт программаһын ҡарап ҡыуанды.

Бөгөнгө көндә район мәғариф өлкәһендә 603 педагог эшләй. Улар йыл һайын төрлө кимәлдәге һөнәри конкурстарҙа ҡатнаша, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә иң изге, хөрмәтле, яуаплы һөнәр эйәләре тәбрикләнде. Балаларға биргән күңел йылыһы, тынғыһыҙ хеҙмәттәре өсөн педагогтарҙың иң-иңдәренә юғары наградалар, почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Мәғариф белгестәренең эше ябай түгел. Уларҙың ныҡышмалы хеҙмәте Рәсәй, республика, район кимәлендә үткәрелгән олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡыусыларында күренә. Ә улар һынатмай алдынғы урындар яулай. Быйылғы уҡыу йылы ла улар өсөн һөҙөмтәле булһын!