Әлшәй районында аварияға тарыған 16 йәшлек үҫмер әсәһенең рөхсәтенән тыш, дуҫтарын машинала йөрөтөргә теләп автомобиль алып сыҡҡан. Был турала Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә. Осраҡ буйынса ведомство тикшереү уҙғара. Уның барышында бәлиғ булмағандар тарафынан закон боҙоу осраҡтарын иҫкәртеүгә ҡағылышлы ҡануниәт үтәлеше иғтибарға алына һәм үҫмерҙең ата-әсәһенең үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәп-үтәмәүенә хоҡуҡи баһа бирелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Уҙған төндә Әлшәй районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Яҡынса мәғлүмәт буйынса Стәрлетамаҡ-Раевка юлының 70-се километрында «Хьюндай Крета» автомобиленә идара иткән 16 йәшлек үҫмер кюветҡа түңкәрелгән. Аварияла автомобилдәге 13 йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. 19 йәшлек ике егет дауаханаға оҙатылған. Уларҙың береһе реанимацияла вафат булған. Ваҡиға урынында оператив-тәфтиш төркөмө эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.