Өфөлә Евразия күсмә халыҡтар музейы өсөн анимация фильмы өҫтөндә эш башланды

Уны «Муха» студияһы төшөрә. Был турала күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге хәбәр итә. Йәнһүрәт киң ҡатлам халыҡ, бигерәк тә балалар өсөн аңлайышлы булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйыла. Анимация фильмы Евразия далаһы тарихы, Башҡортостандың аҫаба халҡы-башҡорттар тураһында бәйән итә. Улар «Турахан» визит-үҙәгендә күрһәтеләсәк. Фильм 6 сериянан тора. Проект өҫтөндә шулай уҡ 6 кешенән торған ижади төркөм эшләй.