Республика етәксеһе мәғариф учреждениеларында эшләүсе педагогтарға дәүләт наградалары, йәш белгестәргә грант сертификаттары тапшырҙы. Ауыл мәктәптәрендә балалар уҡытҡан өс тиҫтәгә яҡын уҡытыусы 690 мең һум тәшкил иткән матди ярҙам алып ҡыуанды.
Башҡортостанда 42 меңгә яҡын педагог иҫәпләнә. Улар даими рәүештә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулай. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары баллға тапшырған уҡыусылар ҙа иң элек уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте күрһәткесе. Яуаплы һәм һөнәр эйәләренә республика тарафынан төрлө ярҙам саралары бүленә, профессиональ үҫеш өсөн конкурстар, бәйгеләр ойошторола.