Үҫеп-килеүсе йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүсе сараларҙы БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Экранда кешенең 99 яҡшы сифатының береһен сағылдырған кинодәрес бара. Был дәрестәр Рәсәй һәм донъя тәжрибәһендә балаларҙы тормош даръяларында юғалып ҡалмаҫҡа, ауыр һынауҙар алдында бирешмәҫкә, кешелек сифаттары юғалтмаҫҡа өндәй. Рәсәй һәм Башҡортостан киноиндустрияһында билдәле продюсер Азамат Тимерғәзин үҫмерҙәрҙе мауыҡтырғыс кино донъяһы менән таныштыра.
Салауат Ҡотлобаев менән Вилдан Мөхәмәтйәнов классташтар. Егеттәрҙә хәрби рух көслө. Улар хәрби хеҙмәткә йәше етеү менән әрмегә, тыуған илде һаҡларға барасаҡ. Әлегә улар һалдат кейемен кейеп ҡарай.Икеһенең дә ил һаҡларға теләге көслө.
Был бүлмәлә үҫмерҙәр аш-һыу серҙәренә өйрәнә. Был шөғөлдө улар үҙ аллы тормошта ла ҡуллана аласаҡ.
Бөгөндән контрадмирал Михаил Бакаев исемендәге балалар үҙәгендә махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙам йөҙөнән маскировка селтәрҙәре үреү кабинеты асылды. Унда ата-әсәләр балалары менән бергә йәмғиәт өсөн файҙалы эш менән шөғөлләнә алыу мөмкинлегенә эйә.Үҫмерҙәргә маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе Руслан Поповтың әсәһе Светлана Фәиз ҡыҙы күрһәтте.
Был дәрестәрҙә теләге булған һәр кем ҡатнашып, илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итә ала.
Был кабинетта 3х6 18 квадрат метрлыҡ маскировка селтәрен дүрт кеше дүрт яҡлап 4 сәғәт эсендә үреп өлгөртә ала. Бының өсөн махсус схема, иғтибарлыҡ һәм тилбер ҡулдар ғына кәрәк.
Гүзәл Борханова