«Көнсығыш сығыу юлы»ның техник әҙерлеге бөгөн 80 процентҡа тиклем теүәлләнгән

Әлеге ваҡытта республика кимәлендәге күләмле проекттың тоннель өлөшөндә инженер-коммуникация селтәрҙәрен монтажлау эштәре тамамланыу алдында. Өфө йылғаһы аша һалынған күпер һәм республикалағы иң ҙур эстакадала асфальт-бетон япмаһын түшәү дауам итә. Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн эшселәр 2023 йылдың 4-се квартылында тамамларға ниәтләй.

Әлеге ваҡытта эш бар участкаларҙа ла алып барыла. Юлға асфальт түшәү менән бер рәттән, барьер ҡоролмалар ҡуйыла. Тоннелдә эш яҡын арала тамамланыр тип уйлайбыҙ. Инженер коммуникация саралары теүәлләнгәс тә, биҙәкләү эштәре башлана.

Асабали Закавов, Башҡортостан концессион компанияһы генераль директоры