Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы медицина десанты килде

Рәсәй яугиры үткер тешле булырға тейеш. Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы медицина десанты килде. Күсмә стоматология табиптары алғы һыҙыҡҡа уҡ барып етеп һалдаттарҙың тештәрен дауалай. Комплекс хәрби бәрелештәр барған ергә Радий Хәбиров башланғысы менән оҙатылды һәм бындай уңайлыҡтар башҡа бер генә төбәктә лә юҡ. Донбасстан Айнур Кәбиров репортажы.

Тыштан ябай «Пазик»тан бер нимәһе менән дә айырылмай. Маскировкалау селтәре аша күренгән яҙыуҙар ғына техниканың пассажирҙар ташыу өсөн түгеллеген белгертә. Автобус эсендә иһә тотош бер стоматология клиникаһы. Тәгәрмәс өҫтөндәге медицина комплексы тештәрҙе дауалау өсөн бар ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Мобиль стоматология комлексында өс хеҙмәткәр эшләй. Иван тештәрҙе һурыу, хирургия менән шөғөлләнһә, Анна һаҡлап алып ҡалырлыҡтарын дауалай. Шәфҡәт туташы Гөлнара табиптарҙың уң ҡулы. Теш һыҙлауы иң ҡаты ауыртыу , ти улар. Шуға күрә яугирҙарҙың тештәре ныҡ булырға тейеш.

Әле мобиль стоматология Донецк халыҡ республикаһында урынлашҡан полкта эшләй. Бында мобилизацияланғандарҙың туҡһан проценттан ашыуы яҡташтарыбыҙ. Ләкин табиптар һалдаттарҙы айырмай. Тештәрен дауаларға илдең башҡа төбәктәренән мобилизацияланғандар ҙа килә. «Пионер» ҡушаматлы яугир мәҫәлән, Пензанан. Башҡортостандың үҙ яугирҙары хаҡында хәстәрлегенә һоҡлана.

Күсмә медицина комплексы махсус хәрби операция биләмәһендә республика башлығы Радий Хәбировтың шәхси талабы буйынса оҙатылды. Табиптар яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән барлыҡ хәрби подразделениены ла йөрөп сығасаҡ. Күптәребеҙ хатта, өйҙә лә теш табибына йөрөмәй, ә бында улар үҙҙәре үк алғы һыҙыҡҡа килеп дауалай, ти яугирҙар.

Бындай медицина хеҙмәтләндереүе өсөн яугирҙарҙың рәхмәте сикһеҙ. Әммә анестезиянан һуң уны белгертергә генә тел әйләнмәй, ти улар. Шуға күрә мобиль стоматологияла баһалама кенәгәһе ҡуйылған.

Мобиль стоматологияның аныҡ эш графигы юҡ. Табиптар хәрби подразделениеларҙа һуңғы пациентҡа тиклем ҡабул итә. Ләкин бер генә полк, батальон да иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Беҙҙең яугирҙар «тешле» булырға тейеш, ти улар.

Айнур Кәбиров