Бүленгән аҡса илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда иң ҙур күләм. Был турала республика төҙөлөш ойошмалары ассоцияцияһының күсмә кәңәшмәһе барышында Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин белдерҙе. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәре буйынса илдә рекордлы күрһәткестәргә өлгәште, быйыл 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелә. Күсмә кәңәшмә «Тәбиғәт урманы» торлаҡ комплексы биләмәһендә уҙҙы.
Ағиҙел йылғаһы аръяғында төҙөлөшө ойошмаһы 1 миллон квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерергә иҫәп тота. Биләмә комплекслы үҙләштерелә. Сағыу һәм уңайлы аҙ ҡатлы күп фатирлы йорттарҙан тыш балалар баҡсалары, мәктәп һәм поликлиника төҙөү ҡаралған. Илдең төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары фекеренсә, Республика милли проекттар аша, Президент ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәй. Торлаҡ төҙөлөшө майҙандары талап ителгән инженер селтәр, транспорт инфраструктураһы тәьмин ителә.