Иң мәрхәмәтле һөнәр эйәләре, йәки күңелгә яҡын байрам. Уҡытыусылар көнө һүҙ барғанда һәр кем йөрәк түрендә һаҡланған иң йылы хис-тойғоларын еткерергә тырыша. Сөнки тормошта һәр кемдең уҡытыусыһы бар, мәктәп этабындамы, урта һөнәри йәки юғары уҡыу йортондамы. Улар барыһы ла беҙҙең остаздарыбыҙ, оло тормошҡа аяҡ баҫтырыусылар. Бөгөн педагогтарҙы һөнәри байрам менән Республика башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Тантаналы ултырыштан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Республиканың барлыҡ уҡытыусыларын бергә йыйыу өсөн «Башҡортостан» концерт залын 33 тапҡырға ҙурайтырға тура килер ине. Сөнки бөгөн төбәктең мәғариф системаһында 33 меңдән ашыу педагог эшләй. Ә тантналы ултырышта һәр ҡала-райондан делегаттар, юғары, һөнәри уҡыу йорттары вәкилдәре. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республикала уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү буйынса күп эшләнелә.
Гранттар, шарттар ғына түгел, уҡытыусылар тураһында һүҙ барғанда төп геройҙар үҙ һөнәренә ғашиҡ педагогтар, тап уларҙы мәғариф тармағының алтын бағанаһы тип атарға мөмкин. Башҡортостан көслө коллектив менән ғорурлана ала. Бөгөн белем биреү өлкәһенә оҙаҡ йылдар арымай-талмай хеҙмәт иткәнәндәр дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө район. милләт, енес вәкилдәре бар. Әммә уларҙың бөтәһенә уҡытыусы тигән бөйөк һөнәр, һайлаған юлдарына тоғролоҡ бәйләй. Баймаҡ районы Күсей мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов әйтеүенсә, педагог заман менән бергә атларға тейеш.
Башҡортостан мәғарифы ныҡлы үҫеш юлында . Мәҫәлән Республикала 5 йыл элек асыла башлаған поллингваль белем усаҡтарын оло ҡаҙаныш тип әйтергә мөмкин.
Башҡортостан уҡытыусылары өсөн йыл уңышлы килгән, республика педагогтары ил кимәлендәге конкурстарҙа, уҡыусылар халығ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулаған. Сөнки күңел биреп, яратып эшләгән эш һөҙөмтәһеҙ ҡалмай.
Радий Хәбиров белдереүенсә, федераль бюджеттан республика мәктәптәрен төҙөкләндереүгә 9 миллиар һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән, һуңғы ике йылда 140 белем усағы төҙөкләдерелгән. Был эшмәкрлек артабан да дауам итәсәк, тине Башҡортостан башлығы.
Һәр беребеҙҙең өлгәшкән уңыштары, ҡаҙаныштары артында уҡытыусы хеҙмәте ята. Сөнки тап педагогтар беҙгә белем ҡапкаларын аса, һөнәри белем бирә, оло тормошҡа әҙерләй. 2023 йылдың педагог һәм остаз девизы аҫтында үтеүе лә осраклы түгел, сөнки быуындар күсәгилешлеге шулай һаҡлана, көслө, белемле остаздар лайыҡлы алмаш әҙерләй.
Рәмзиә Кәримова