Өфөлә М. Горький исемендәге 3-сө гимназияла уҡытыусыларҙың һөнәри байрамына ҡарата күләмле саралар үтте. Уҡытыусы һәм остаз йылында белем усағына ярты быуаттан ашыу ғүмерен арнаған директор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Борис Сонькиндың исеме мәңгеләштерелде. Белем усағындағы байрам саралары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Борис Наумович Сонькин менән яҡындан аралашҡан, белгән коллегалары һәм уҡыусылары уны ғәҙел мөғәллим, оҫта ойоштороусы тип хәтерләй. 1962 йылдан алып 1986 йылға тиклем ярты быуаттан ашыу ғүмерен ул тыуған мәктәбен үҫтереүгә арнаған. Белем усағын алдынғылар рәтенә сығарыу өсөн күп көс һалған. Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә сирек быуаттан ашыу абруйлы мәғариф учреждениеһын етәкләгән шәхес исеме гимназия бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ менән мәңгеләштерелде. Тантанала Борис Сонькиндың улы Наум Боросович, ейәнсәре Ида, бергә эшләгән коллегалары ҡатнашты.
Уҡытыусылар байрамында гимназия буйлап экскурсия ойошторолдо. "Тыуған мәктәп" музейына Борис Сонькин нигеҙ һалған. Музейҙа гимназия тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, быуындар күсәгилешлеген тоташтырған ветеран-уҡытыусылар хаҡында төплө мәғлүмәт тупланған. Борис Сонькиндың улы, халыҡ-ара кимәлдәге адвокат үҙенең һәм ҡыҙының китаптарын мәктәп музейына бүләк итте. Мәртәбәле ҡунаҡтар Почетлы ҡунаҡтар журналында музей эшмәкәрлегенә ҡарата йылы фекерҙәрен теркәне.
Уҡытыусы-остаздарға арналған саранан һуң, гимназия уҡытыусыларына концерт күрһәтелде. Уҡытыусыларға сәхнә түренән йылы һүҙҙәр еткерелде, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә гөлләмәләре бүләк ителде. Гимназистар иһә остаздарына тырышып уҡырға, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булырға һүҙ бирҙе.
Гүэәл Борханова