Өфөлә 1920-1940 йылдарҙағы башҡорт композиторҙары ижадына арналған монография менән таныштырҙылар

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында бөгөн 1920-1940 йылдарҙағы башҡорт композиторҙарының ижадын күҙ алдында баҫтырған монографияның исем туйы үтте. Йыйынтыҡ авторы, музыка белгесе, сәнғәт фәндәре кандидаты Миләүшә Иҙрисова. Кандидатлыҡ диссертацияһы нигеҙендә ташҡа баҫтырылған китап эстәлегендә йыр-романстар, беренсе баллада һәм монологтар урын алған. «Иван Салтыков» документаль әҫәренән башланған сара, артабан опера башҡарыусыларының сығышы менән дауам итте. Шулай уҡ урында башҡорт композиторҙарының эштәренән торған күргәҙмә лә ойошторолдо.