Иглин районында йәшәүсе яугирҙарға ярҙам итеүселәргә арнап йыр ижад итте

Иглин районында йәшәүсе шағирә, композитор Фәниә Дауытова яугирҙарға ярҙам итеүселәргә арнап йыр ижад итте. Маскировкалау селтәрҙәрен үреүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы, «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы ағзаларын данлаған йырға видеоклип төшөрәләсәк.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтен еңелләштереүселәрҙе иғтибарға алыу патриотик рухты тағы ла күтәреп, гүзәл заттарҙы дөйөм эшкә дәртләндерер, тигән өмөттә шағирә. Фәниә Дауытованың ижады Иглин халҡына яҡшы таныш, уның музыкаль әҫәрҙәре республика сәхнәләрендә лә яңғырай. Яҡташыбыҙҙың йырҙары радио һәм телевидение аша ла йыш яңғырай. Һәүәҫкәр шағирә башҡорт һәм рус телдәрендә йөҙләп йыр яҙған.