«Металлург» әлеге ваҡытта 23 мәрәй менән турнир таблицаһының беренсе баҫҡысын биләй. 14 мәрәй туплаған «юлаев»сылар һигеҙенсе урында. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Шаршамбы үткән ситтәге матчта яҡташтарыбыҙ Силәбенең «Трактор»ын 4:0 иҫәбе менән ҡыйратҡайны. Хужалар ҡапҡаһына яуапһыҙ шайбаларҙы Евгений Бирюков, Вячеслав Лещенко һәм ике тапҡыр Артём Пименов индерҙе. Бөгөнгө осрашыу киске сәғәт 7-лә башлана. Уйындың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда ҡарағыҙ.