Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. "НефАЗ" машиналары 226-сы маршрутҡа сыға, үҙәк урамдарҙан Инорс биҫтәһенә тиклем йөрөй. Көн һайын был маршрут менән 26 мең пассажир файҙалана. - Тиҙҙән тағы 250 автобус килергә тейеш. "Башавтотранс" ышаныслы партнер, - тине Радий Хәбиров.