Унда 70-тән ашыу төбәктән вәкилдәр ҡатнаша. Йыйында Олимпия хәрәкәтен үҫтереү стратегияһы ҡарала. Документ 2028 йылға тиклем иҫәпләнгән. Форумда спортсыларҙың халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашыуына бәйле мәсьәлә лә ҡарала. Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков әйтеүенсә, сәйәси сәбәптәр арҡаһында Олимпия уйындарында сығыш яһай алмаған атлеттарға компенсация түләнә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов беҙҙең республикала спортсылар һәм уларҙың тренерҙарын матди дәртләндереү саралары менән таныштырҙы. Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙарына ғүмерлек стипендия түләнә. Бындай алымды башҡа төбәктәрҙә лә таратыу ҡарала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә ошо көндәрҙә Республика Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған саралар уҙа.