Башҡортостан фермерҙары был аҙнала ла йәрминкәгә сыға

Бөгөн һәм  иртәгә  ҡала һәм райондарҙа сауҙа рәттәре асыла. Халыҡҡа йәшелсә-емеш, бал һәм ит тәҡдим ителә. Баш ҡалала сауҙа Хәҡиҡәт һәм Эшсе хәбәрселәр урамында, “Тулҡын” паркында һәм Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә. Һатыусылар халыҡты иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем көтә. Йәрминкә Республика көнөндә лә ойошторола.