Саралар сәғәт 9-ҙа Шәйхзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалыу менән башлана. Унан һуң Совет майҙанында уҡыусыларҙы "шайморатовсылар" рәтенә ҡабул итеү тантанаһы була. Шулай уҡ 11 октябрҙә реконструкциянан һуң Сергей Аксаков исемендәге баҡса асыла, Ағиҙел буйында Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтары дуҫлығына бағышланған колоннадаға нигеҙ һалына.