Башҡортостанда туристар өсөн автобустар арта

Республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы аукцион буйынса 20 ҙур автобус килтереүгә килешеү төҙөгән. Транспорт лизингка алына.  Был туралағы мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында донъя күргән. Техника ике ай эсендә килеп етергә тейеш. Улар 50-нән ашыу пассажирға иҫәпләнә. Автобустар спутник навигацияһы, һыуытҡыс һәм тахограф менән йыһазландырыла.