Республика көнө алдынан баш ҡала халҡына бүләк. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» предприятиеһына «НефАЗ» маркалы 50 яңы автобус тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.
Ҙур класлы транспорт саралары Инорс биҫтәһен баш ҡаланың үҙәк урамдары менән тоташтырыусы 226-сы маршрутҡа сығасаҡ. Көн һайын был маршрут менән 24 мең самаһы пассажир файҙалана. Улар «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә һатып алынған йәмәғәт транспортының икенсе партияһы. Тәүге 35 автобусты предприятие быйыл ғинуарҙа алды.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, заманса «НефАЗ»дар Өфөлә пассажирҙар ташыу сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Яҡын арала республикаға тағы ла урта класлы 250 автобус килер тип көтөлә. Асҡыс тапшырыу тантанаһынан һуң төбәк башлығы водителдәр менән аралашты, уларҙың хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһынды, яңы автобустарҙың береһен ҡараны.