Капиталь ремонттан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 30-сы мәктәп асылды

Бинаны ремонтлауға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 117 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Мәктәптә ремонт эштәре быйыл мартта башланған. Ярты йыл эсендә электр үткәргестәр, вентиляция тулыһынса алмаштырылған, кластар яңыртылған, тамаша һәм спорт залы ремонтланған, яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған. Компьютерҙар, ноутбуктар, интерактив панелдәр һәм таҡталар, һанлы пианино, спорт ҡорамалдары һатып алынған.

Уҡытыусыларға заман талаптарына ярашлы эшләү, балаларға сифатлы белем алыу өсөн шарттар булдырылды. Технология кабинеты 16 верстак, 3D-принтер, токарь һәм фрезер станоктары менән йыһазландырылды.

Ольга Валикова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 30-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры

30 - сы мәктәпкә 50 йыл эсендә тәүге тапҡыр капиталь ремонт үткәрелгән. 1 сентябрҙән бында мең ярым самаһы уҡыусы белем ала. Андрей Назаров яңыртылған мәктәпте ҡарап балаларҙың туҡланыуына иғтибар итергә тәҡдим итте. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына мәктәптәргә ҙур пар конвектоматтарын һатып алыу мәсьәләһе менән шөғөлләнергә ҡушты.