Башҡортостан делегацияһы илдең баш ҡалаһында үткән «Алтын көҙ - 2023» агросәнәғәт күргәҙмәһендә эш башланы. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы, предприятиелар, кооперативтар һәм фермер хужалыҡтары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтарынан торған команданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов етәкләй.
Күргәҙмәлә агрокомплекс ҡаҙаныштары, иң яҡшы тоҡомло малдар, тупраҡтың уңдырышлылығы, төбәктәрҙә иң ҙур инвестиция проекттары күрһәтелә. Башҡортостан стендында шулай уҡ тере бал ҡорттары менән умарта урын алған. Республиканан килтерелгән ит һәм һөт изделиелары күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Агрофорумда ҡатнашыусылар өсөн киң эшлекле программа әҙерләнгән. Әйткәндәй, «Алтын көҙ» ҙә быйыл тәүге тапҡыр ауыл йәштәре фестивале, аграр вуз студенттары өсөн «Агро Киләсәк» креатив сессиялары үткәрелә. Был йәштәрҙе аграр секторға йәлеп итергә, иң һәләтле һәм әүҙемдәрҙе дәртләндерергә мөмкинлек бирә. Күргәҙмә һөҙөмтәләре буйынса Мәләүез күп профилле профессиональ колледжы һәм Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге «алтын миҙалға лайыҡ булды. Төрлө дәрәжәле миҙалдар менән фермерҙар, эшкәртеү предприятиелары, төрлө профилле ойошмалар бүләкләнде. Алтын миҙалға шулай уҡ Башҡортостандың фермерҙарға ярҙам итеү һәм ауыл хужалығы кооперацияһы өлкәһендәге компетенциялар үҙәге лайыҡ булды.