Йәмәғәт эшмәкәре, Ғафури районының Почетлы гражданины, Республика милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Булатбай улы Сәлимов 65 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль-йорт музейында ойошторолған ижад кисәһе хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ғафури районы Яугилде ауылында тыуып үҫкән Ниязбай Сәлимов күркәм юбилейын ҡыйыу журналист, тос фекерле публицист, хис-тойғоларҙы бар нескәлегендә еткереүсе шағир, архив эшен енәһенән-ебенә тиклем белеп, йөҙөп эшләгән алыштырғыһыҙ белгес булараҡ ҡаршыланы. Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ Атайсалында халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу буйынса күләмле социаль проекттар: Яугилделә мәктәп, мәсет уның тәҡдиме менән төҙөлгән.Тынғыһыҙ замандашыбыҙ Башҡортостандың георафик үҙәге Еректә, тыуған ауылы Яугилделә шәжәрә байрамдарын юғары кимәлдә ойоштороп та яҡташтары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙана.
Аҡыл һәм ҡул хеҙмәте милләтте раҫлар һәм күтәрер ҡиммәттәр. Нияз Сәлимовтың китаптарын олоһо-кесеһе көтөп ала. Уның әҫәрҙәре балалар баҡсаһында, мәктәп байрамдарында, радио һәм телевидение эфирынан яңғырай. Тормошта дөрөҫ юл һайларға ярҙам итеүсе остазы, герой-яҡташтары, ябай ер кешеләре хаҡында популяр китаптар авторы ла ул.
Ниязбай Булатбай улының эшмәкәрлеге күп яҡлы. Уның ғилми эҙләнеүҙәрендә халҡыбыҙ тарихы, көнитмеше, иле.телен данлаған сәсәндәр яҙмышы сағылыш таба .Кеше үҙенең тыуған ауылын яратмай тороп, бар донъяны ярата алмай. Нияз Сәлимов та яҡтылыҡ һәм йылы бөркөп, сағыу осҡондарҙан кешеләр күңеленә нур һибеп йәшәй.
Гүзәл Борханова