Башҡортостан бөгөн донъя кимәлендә данлыҡлы спортсыларҙы ҡабул итте

Өфөлә Башҡортостан Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған тантаналы ултырыш үтә һәм Олимпия Советтарының Бөтә Рәсәй форумы старт алды. Тарихи сарала Республика башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, Рәсәй спорт министрлығының физик культура һәм күләмле спорт департаменты директоры Максим Уразов, илдең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Донецк, Луганск республикаларынан, Запорожьье, Херсон өлкәләренән делегациялар ҡатнаша. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Олимпия советының Бөтә Рәсәй форумын тап Өфөлә ойоштороу осраҡлы түгел. Башҡортостандың быуаттар дауамында тупланған бай спорт традициялары бар. Республика Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындарының 76 чемпионы һәм призеры менән лайыҡлы ғорурлана. Радий Хәбиров билдәләүенсә, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар даими иғтибар һөҙөмтәһе. Башҡортостанда тармаҡтың ныҡлы үҫеш алыуын ҡунаҡтар ҙа билдәләй.

Әлеге ваҡыттта Башҡортостанда ҡеүәтле спорт объекттары- фехтование, көрәш үҙәге, байдарка һәм каноэла йөҙөү буйынса комплекс төҙөлә. Инфраструктура, уңайлы шарттар ғына түгел, спортсыларға, тренерҙарға даими ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән «Ауыл тренеры» проекты сиктәрендәге түләү 1 миллион һумға тиклем күтәрелгән. Күренекле спортсылар һәм уларҙың остаздары өсөн стипендия ҡаралған. Дәүләт кимәлендәге иғтибар һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Спортсылар даими хәстәрҙе шәхсән тоя.

Башҡортостан спорт министрлығының бер быуатлыҡ тарихи юбилей тантанаһында билдәләнеүенсә, республикала спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән бюджет сығымы 2 тапҡырға артҡан һәм 9 миллиард һум тәшкил итә. Төбәктә 13 меңдән ашыу спорт объекты эшләй, уларҙа һәр кем спорт менән үҙе өсөн йәки профессиональ кимәлдә шөғөлләнә ала. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәүҙән ҡала почетлы икенсе урынды биләй.

Юбилей тантнаһында Башҡортостандың спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарына байҡау яһалды, тармаҡ үҫешенә тос өлөш индереүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Республика спорттың күп төрҙәрен үҫтереү буйынса төп үҙәк булып тора, тине Радий Хәбиров.

Әле Башҡортостанда спорттың 120 төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар, йөҙҙән ашыу спорт федерацияһы уңышлы эшләй. Яҡташтарбыҙ халыҡ-ара, рәсәй, республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулай, республиканың спорт йылъяҙмаһын яңы биттәр менән байыта.

Спорт ул донъя, ил республика кимәлендәге ярыш-чемпионаттарҙа еңеү яулау, юғары күрһәткестәр генә түгел. Ул тотош дәүләттең сәләмәт йәшәү сағылышы. Сөнки бөгөн беҙ халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырыу, сирҙәрҙе профилактикалау тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, был маҡсаттарҙың нигеҙендә спорт, хәрәкәт ята. Ә спортҡа һөйөү бала саҡтан, бәләкәй геән иғтибарҙан, уңайлы шарттарҙан, хатта йорт янындағы спорт майҙансыҡтарынан башлана.

Рәмзиә Кәримова