Ысын лидер һәм аҡыллы сәйәсмән, бөгөнгө ҡатмарлы заманда эргәһенә тотош ил халҡын туплаған шәхес. Владимир Путин Рәсәйҙең һәр төбәгенә, халҡына, уларҙың ихтыяжына оло хөрмәт менән ҡарай. Беҙ ил башлығына Башҡортостанға һәм уның үҫешенә киң йүнәлешле ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ. Миҫал өсөн, һуңғы ике йылда ғына президент программаһы буйынса беҙ 140 белем усағын ремонтланыҡ. Ысын мәғәнәһендә, төбәктең мәғариф үҫешенә яңы һулыш өрҙөк.
Президент иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге башҡа башланғыстарыбыҙҙы ла хуплай һәм ярҙам итә. Владимир Владимирович Башҡортостандың Рәсәй тормошонда, тарихында, яҙмышында һәр ваҡыт та мөһим роль уйнауын бер нисә тапҡыр билдәләне. Башҡорттар Рәсәй составына ҡушылыу менән илдең тышҡы сиктәрен һаҡлау бурысын иңенә алды. Меңдәрсә яугирҙарыбыҙ бөгөн дә махсус хәрби операцияла илде һәм уның халҡын һаҡлай. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәүенә ышанабыҙ.
Башҡортостан һәр ваҡыт илдең терәк төбәге булды һәм буласаҡ. Беҙ, республика халҡы, үҙебеҙҙең Ватаныбыҙҙың именлеге һәм яҡты киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоп хеҙмәт итәбеҙ. Һәм Рәсәй Президенты беҙҙең алға ҡуйған бар маҡсаттарға ирешәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.