Ялға ҡайтҡан яугирҙар «Өфө арена» боҙ һарайы майҙаны алдынан йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ике аҙналыҡ отпусктан һуң хәрби хеҙмәткә юлланған ир-егеттәрҙе туғандары, яҡындары, дуҫтары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып ҡалды. Яугирҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хеҙмәттәштәренә шәхси посылкалар һәм хаттар ҙа алып китте.
Уларҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алып барыу өсөн республиканан ике автобус бүленгән. Алда ир-егеттәрҙе ике көнлөк юл көтә. Яҡындары менән аралашып, туған ерендә көс-дәрт туплаған яҡташтарыбыҙ ялға ярты йыл һайын ҡайта ала.