Рәсәй Оборона министрлығының мобилизация резервында торған ирҙең ғаиләһендә 10-сы бала тыуған

Өлкәненә - 19, бәләкәйҙәренә бер аҙна ғына. Рәсәй Оборона министрлығының мобилизация резервында торған ирҙең ғаиләһендә 10-сы бала тыуған. Бакбергеновтар Благовар районының Самарин ауылында йәшәй. Береһенән-береһе бәләкәй балалар үҫтергән пар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Ата-әсәһен бер минутҡа ла ҡалдырмайҙар, ниндәй бүлмәгә инәһең - балалар ҙа шунда. Күп балалы ғаиләлә күңелһеҙләнеп ултырырға урын юҡ. Бергә эшләп, бергә ял итә улар. Оксана декрет ялына тиклем Ҡошсолоҡ заводында оператор булып эшләй. Тормош иптәше Марат - төҙөлөш ойошмаһында водитель. Ғаиләбеҙҙә нисә бала булыр тигән темаға һөйләшкәнебеҙ булманы, ти улар.

Өлкән ҡыҙҙары Софья Салауат педагогия коллежында белем ала. Тимур, Карина, Алмаз, Алмагөл һәм Руфина Благовар урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Кескәйҙәре Даниил, Лиза һәм Нургөл өйҙә. Бер аҙна элек Бакбергеновтарҙың ишле ғаиләһендә тағы бер ҡыҙ донъяға килә. Бала табыу йортонан ҡайтыуына ике көн генә үтһә лә, Оксана йорт мәшәҡәттәренә күмелгән - ашарға бешерә, кер йыуа, балаларҙы ҡарай.

Дүрт йыл элек ишле ғаилә ҙур өй һалып сыға. Йортто күтәреү өсөн Оксана менән Маратҡа тырышып мал-тыуар аҫрарға тура килә.

Ғаилә башлығы Ил алдындағы бурысы тураһында ла онотмай. Диңгеҙ авацияһында хеҙмәт иткән Марат өс йыл элек мобилизация резервында булыу тураһындағы контрактҡа ҡул ҡуя. Шул ваҡыттан алып йыл һайын Ырымбур өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә.

Әлфинә Килдейәрова