Объект «Салют» шифаханаһы майҙансығында урынлашҡан. Комплекстың төҙөлөш барышы менән үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре лә танышты. Улар подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре менән буласаҡ үҙәкте ҡарап сыҡты, объектҡа ҡарата үҙҙәренең теләктәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙе. Күп функциялы үҙәк тураһында ентекләберәк Лилиә Мәҡсүтова репортажында.
Бассейнды дөрөҫ йыһазландырыу, үҙенсәлекле балалар өсөн һыу температурыһн көйләү - ата-әсәләр буласаҡ объект буйынса үҙенең теләктәрен еткерә. Был бүлмәлә 7 йәшкәсә һәм 7 йәштән өлкән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ике бассейн эшләйәсәк. Әгәр сәләмәт бала өсөн һыу инеү күңел асыуға тиң булһа, ҡатмарлы диагнозлы сабый өсөн һәр хәрәкәт һынауға тиң.
Үҙәктә һәр бала бер ҡатмарлыҡһыҙ үҙ аллы хәрәкәт итһен өсөн уңайлы мөхит булдырыу шарт. Реабилитация һәм мәғариф учреждениеһы төҙөлөшөн ата-әсәләр ентекле ҡарап сыҡты. Айгөл Хәзиеваға улы менән реабилитация үтеү өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары үҙәктәренә юлды йыш тапарға тура килә. Әсә тәүлек әйләнәһенә иғтибарға мохтаж балаһын дөрөҫ тәрбиәләү өсөн юғары уҡыу йортонда белем алып, дефектолог һөнәрен дә үҙләштергән. Үҙәк асылыу менән сит төбәктәргә йөрөү кәрәклеге ҡалмаясаҡ. тип ҡыуана ул.
Проектҡа ярашлы, дөйөм майҙаны 7800 квадрат метрлыҡ «Салют» белем биреү үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн коррекция мәктәбе, республика психологик-педагогик дистанцион белем биреү үҙәге, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге филиалы урынлашасаҡ. Универсаль обьект республика башлығы Радий Хәбиров башлансығы менән төҙөлә.
Әле күп функциялы объектта монолит эштәре тамамланып, фасадты йылытыу, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ үткәреү эштәре алып барыла. Алда үҙәктең тирә-яғын тәртипкә килтереү, спорт һәм уйын майҙансыҡтарын төҙөү бурысы тора.
Лилиә Мәҡсүтова