Сәхнәлә «Һабантуй». Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бөгөн кескәй тамашасыһын премьера менән һөйөндөрҙө. Владимир Аношкин пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һабантуй» спектаклен БЮТ ижади төркөмө лә барып күрҙе.
Хәйләһеҙ. Автор спектаклдең төп геройына шулай тип исем биргән. Ауыл малайына әсәһе эш ҡушып ҡарай, тик шуҡ егеттең ҡулынан килмәй. Яратҡан шөғөлө - гармунда уйнап йырлау. Егет төшөндә хан ҡыҙын күрә һәм уны эҙләп юлға сыға. Төшөндәген өнөндә күргәнсе игенселәр, ашнаҡсылар, солоҡсолар менән осраша. Тәү ҡарашҡа ваҡиғалар элекке заманда бара, режиссер уға заманса элементтар индергән.
Владимир Аношкин Һабантуй пьесаһын Ҡурсаҡ театры өсөн махсус яҙған. Сәхнәгә әҫәрҙе театр директоры Альберт Имаметдинов ҡуйған.
Бер сәғәттән ашыу барған спектакль ваҡытында актерҙар тамашасылар янына ла төшә. Баштан аҙағына тиклем гармун моңо ишетелә.
Премьера Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында ҡуйылды. Ҡурсаҡ театры бинаһы реконструкцияла саҡта кескәйҙәр өсөн тамашалар бында үтә. Ә яңыртылған,ҡурсаҡ кеүек театр йыл аҙағында асылыр тип көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева