Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылы халҡы Республика көнөн капиталь ремонттан һуң яңы төҫ алған мәҙәниәт йортонда ҡаршылай. Төҙөкләндереү эштәре төбәк һәм федераль, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекттарына ярашлы башҡарыла. Байрам уңайынан матур концерт тамашаһы ҡуйған Үрге Муйнаҡтарҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
“Дарман” ансамблендә шөғөлләнгән Үрге Муйнаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙарынан ысынлап та, сәм, дәрт-дарман ташып тора. Өй эштәрен бер аҙ ситкә ҡуйып, улар йырларға ла, яңы бейеү өйрәнергә лә ваҡыт таба. Ремонттан һуң яңыртылған матур мәҙәниәт йортонда “Дарман”дар артабан үҙҙәрен ижади яҡтан үҫтереү мөмкинлеге алды.
1975 йылда төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йортонда бер юлы бер нисә программа ярҙамында тәҙрәләр, иҙәндәр алмаштырылған, бинала буяу-ағартыу эштәре башҡарылған. Тейешле йыһаздар һатып алынған. Хәҙер тамаша залы төрлө саралар үткәреү өсөн заман талаптарына тулыһынса тап килә.
Капиталь ремонттан һуң ауыл китапханаһы ла иркен, яҡты залға күскән. 33 йыл мәҙәниәт йортоноң бәләкәй генә бүлмәһендә китапханасы булып эшләгән Финизә Әбделғужина был үҙгәрешкә ҡыуанып бөтә алмай.
Муйнаҡтар йыр-бейеүгә генә түгел, спортҡа ла әүәҫ. Улар ошо залға тулыһынса ремонт эшләп, һаулыҡтарын нығытыу өсөн уңайлыҡтар булдырырыға ниәтләй. Был ваҡиғаны айырыуса оло быуын вәкилдәре түҙемһеҙлек менән көтә.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында Үрге Муйнаҡ ауылы халҡы өсөнсө тапҡыр уңышлы ҡатнаша. Быйыл урында йәшәүселәр һәм бағыусылар ярҙамында мәҙәниәт йортон ремонтлау өсөн 220 мең һум аҡса йыйыла.
Республика көнө алдынан Үрге Муйнаҡ ауылында балалар уйын һәм спорт майҙансығы ла асылды. Бында йәштәргә лә, ололарға ла килеп ял итеү өсөн бөтә шарттар бар. Ауылды төҙөкләндереү, уны тәртиптә тотоуҙы дөйөм эш тип һанағанда ғына ошондай һөҙөмтәләргә ирешергә була.
Фәниә Рафиҡова