Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә махсус хәрби операция биләмәһендә эшләүсе журналистарҙың фотоларынан торған күргәҙмә асылды. Бөгөн билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан уның Өфөлә Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы.
Сарала журналистар, баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Шәһит Хоҙайбирҙин республикабыҙ йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылырлыҡ эштәр башҡарған. Уның тормошо тарихи дәүергә тура килә. Бөгөнгө журналистар ҙа яңы шарттарҙа эшләй - махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙарҙы оҙатып бара, яугирҙар менән осраша.
Бының менән фотокүргәҙмәлә танышырға мөмкин. Ул Матбуғат йортоноң беренсе ҡатында урынлашҡан. Күргәҙмәне асыу сараһында Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, «Ағиҙел» журналы бөш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина Донбастағы эш сәфәренән алған тәьҫораттары менән бүлеште.