Көньяҡ Уралдың мөһабәт тауына сәфәр. «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы сара тормошҡа ашырҙы. Был юлы улар Бәләкәй Ямантауға үрләп, Рәүәт ауылындағы шишмә сығанағын төҙөкләндереүҙә ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ямантауға күтәрелеү хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үтеүҙән башланды. Был бик тә мөһим сара. Сөнки, махсус һуҡмаҡтан боролдоң икән, аҙашыуың ихтимал. Уның ҡарауы, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһенең күп өлөшө антропоген фактор йоғонтоһона бирелмәгән. Шуға ла бында ағастарҙы үтеп сыҡҡыһыҙ, урман кейектәре лә етерлек.
Рәүәт ауылынан Бәләкәй Ямантауға тиклем алты саҡрым. Урында туристарға хәл йыйыу өсөн махсус саралар ҙа күрелгән. «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына ул халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау мөмкинлеген бирҙе. Йыр-моң менән бергә, Көньяҡ Уралдың хозур тәбиғәт мөйөшөнә экскурссия төрлө мәсьәләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙе лә үҙ эсенә алды. Тәү сиратта милли бренд - солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ тармағын ҡурсалау.
Ул бер яҡтан урындағы халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеге бирһә, икенсенән милли бренды һаҡлауҙы ла күҙ уңында тота. Сөнки, умарта балын солоҡтоҡо, тип һатыу осраҡтары ла булғылай. Сәйәхәтселәрҙе Ямантау ҡуйы томан менән ҡаршы алды. 100-150 метрҙан бер нимә күренмәй. Ә баҡтиһәң...
Тауҙың бейек нөктәһенә артылған «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һауа торошоноң көйһөҙлөгөн ҡурай моңона алыштырҙы. Ямантау, йә иһә икенсе исеме Йәмелекәй тауы халыҡ йыры уйналыуы булды, шунда уҡ томан да таралды.
Башҡорт халыҡ йырҙарынан «Уралым» да көҙгө тәбиғәте лә моңланды.
Сара тап ошо маҡсатта ойошторола ла инде. Атай абруйы, уның бөгөнгө роле, атай менән ул араһындағы мөнәсәбәтте яйға һалыу төп бурыс.
Ойошма шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн берҙәм көс ярҙамында Рәүәт ауылы эргәһендәге шишмә сығанағы биләмәһе төҙөкләндерелде. Атайҙар һәм улдар ағас ултыртыуҙа ла ҡатнашты. Сарала булған халыҡ һайланыусылары рәүәттәр менән осрашып, урындағы мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды.
Әлбиттә, сара һуңғыһы булмаҫ, ти ойошма ағзалары. Алда тағы ла ҡыҙыҡлы һәм дә мауыҡтырғыс сәфәрҙәр, ойошма алдына ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу маҡсаты тора.
Азат Ғәлиуллин