Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 85-се ижад миҙгеле асылды

Өфө тамашасыһы һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн республика филармониялары фестивале гала-концерты ҙур байрамға әүерелде. Популяр башҡарыусылар һәм коллективтар башҡарған сығыштарҙан төҙөлгән иң яҡшы концерт номерҙары менән яңы ижад миҙгеле асылды. Башҡортостан республикаһының милли халыҡ ҡоралдары һәм эстрада-джаз оркестрҙары,Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы сығыштарын тамашасы көслө алҡыштарға күмде.