Өфөлә хәрби техника менән идара итеү буйынса уҡыуҙар башланды

Рәсәй ДОСААФЫ автомәктәптәрендә барған дәрестәрҙә әрме хеҙмәтен үтергә бурыслы егеттәр ҡатнаша. Уҡыуҙар башланыу уңайынан ойошторолған сарала быға тиклем үткән дәрестәрҙә юғары һөҙөмтә күрһәтеүселәр бүләкләнде, яңы курсанттарҙы сәләмләү тантанаһы үтте. Быйыл автомәктәптә 4 төркөм уҡыясаҡ, был яҡынса йөҙ кеше. Бөтә курсанттар ҙа С - йөк ташыу автомобиле водителе категорияһын аласаҡ.

Хәрби техника водителе бөтә ғәскәр төрҙәрендә лә талап ителә. Дәрестәрҙә үҫмерҙәр машина машина йөрөтөүҙән тыш, устав нигеҙҙәрен үтәргә, сафта атларға өйрәнә. Был әрме хеҙмәтенә әҙерлектең бөр өлөшө булып тора.