Рәсәй һәм Беларусь Башҡортостанда яңы предприятие булдырҙы

  Бөгөн Өфө  районында  Республика  Башлығы  Радий Хәбиров, Рәсәй  хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексанр Новак һәм  Беларусь премьер-министры  Роман Головченко Белоруссияның "АМКОДОР" холдингы  майҙансығында  булды.  Бында  иген эшкәртеү ҡорамалдары  етештереү заводы  асылды.  Вице-премьер  Александр Новак  Рәсәй  һәм Беларусь араһында  бәйләнештәрҙе  нығытыу  мөмкинлеген юғары баһаланы.  - Рәсәй һәм Беларусь  төбәктәре үҫешенә юл асҡан  халыҡ-ара  хеҙмәттәшлеклектең аныҡ өлгөһө, - тине ул. Радий  Хәбиров Беларусь һәм Рәсәй  хөкүмәттәренә  проектҡа булышлыҡ  иткәндәре  өсөн рәхмәт белдерҙе.  -  Иген таҙартыу  комплекстарына  Рәсәйҙә  ихтыяж ҙур.  Беҙҙең республикаға ғына алдағы йылдарҙа  120 иген киптереү комплексы һәм  500 иген таҙартыу  машинаһы  кәрәк, - тине Башҡортостан Башлығы.