Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Иглин районы үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә сараһы уҙҙы. Акция ауылдың Мәҙәниәт йорто коллективтары башҡарыуындағы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ауылдың Михаило-Архангел храмы диндарҙары башланғысында ойошторолған акцияла теләге булған һәр кем матди ярҙам күрһәтә алды. Йыйылған аҡса хәрби операцияла биләмәһендәгеләргә кәрәк-яраҡ һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Изге эшкә урындағы халыҡ, хәрби бәрелештәр ветерандары, ирекмәндәр ҙә әүҙем ҡушылды. Быға тиклем дә сиркәү хеҙмәткәрҙәре 30 тонна йәшелсә-емеш эшкәртеп, оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡтар әҙерләгән һәм махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатҡан.