Башҡортостанда иген киптереү комплекстары етештерелә

Бөгөн Өфө районында Беларусь премьер-министры  Роман Головченко, Рәсәй  хөкүмәте рәйесе урынбаҫары  Александр Новак, Республика  Башлығы Радий Хәбиров иген эшкәртеү ҡорамалдары етештереү заводында  булды. - Заманса предприятиелар ошондай булырға тейеш. Бында 25 мең квадрат метр.  Станоктарҙың күбеһе Рәсәйҙә  етештерелгән.  Бында  сығарылған иген киптереү комплекстары  Волга буйы  округы  өсөн үтә  кәрәкле продукция. Иген йыйып алынғас, дөрөҫ итеп эшкәртелергә  тейеш. Ҙур уңыш алабыҙ, ҡайһы берҙә  һаҡларға  урын юҡ, - тине  Радий  Хәбиров. "Амкодор" холдингы директорҙар осветы рәйесе Александр Шакутин белдереүенсә, предприятиеның үҙ фәнни-техник үҙәге  бар. Рәсәй һәм Беларусь сәнәғәттең һәр төрлө өлкәһендә яңы технологиялар өйрәнә һәм берлектәге  предприятиелар төҙөй ала, - тине ул.