"Өфө" индустриаль паркы йылдам үҫешә

Беларусь премьер-министры  Роман Головченко, Рәсәй хөкүмәте  рәйесе урынбаҫары  Александр Новак, Республика Башлығы  Радий  Хәбиров  "Өфө" индустриаль паркын ҡараны.  Уның майҙаны  300 гектарға  яҡын.  Бында 18 резидент бар.  Уларҙың 8-е  сәнәғәт  продукцияһы  етештереүҙе  яйға  һалған.  Паркты  булдырыу өсөн 3 миллиард 600 миллион  һум тотонолған.  Резиденттар  37 миллиард һум инвестиция  һалған.  Башҡортостан индустриаль парктар һаны  буйынса  ил төбәктәре  араһында  4-се урында.