Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак килде

Вице-премьер менән осрашыуҙа Радий Хәбиров республиканың үҫеш юлында, иҡтисадтың бөтә күрһәткестәре лә юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Былтырғы менән сағыштарғанда, ауыл хужалығы ғына бер аҙ ҡалыша. Сөнки былтыр 5 миллион тонна уңыш йыйып алынһа, быйыл ул кәмерәк булыр тип көтөлә.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостандың Белоруссия менән берлектәге проектын юғары баһаланы. Был яңы инвестициялар, технологик суверенитет, импортты алмаштырыу һәм продукцияға сит төбәктәрҙә лә ихтыяж буласаҡ, тине Александр Новак. Осрашыуҙа шулай уҡ Урал аръяғын электр энергияһы менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде.

Бөгөн Өфөгә шулай уҡ Беларусь республикаһы премьер-министры Роман Головченко килде. Сит ил етәкселегенең программаһында «Амкодор-Ағиҙел» заводын асыуҙа ҡатнашыу, «Амкодор» холдингының яңы производствоһы төҙөлөшөнә старт биреү, Башҡортостан муниципалитеттарына коммуналь техника тапшырыу. Сәфәр барышында төбәктең сәнәғәт проекттары менән дә таныштырыу планлаштырыла. Иртәгә Роман Головченко Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша.