Республика көнө алдынан Башҡортостанда «Амкодор-Ағиҙел» предприятиеһы асылды

Завод Белоруссияның «Амкодор» холдингының инвестиция проекты. Предприятие игенде урып-йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ һәм асфальт бетон заводтары өсөн метал конструкциялар етештерәсәк. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән заводты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак, Белоруссияның премьер-министры Роман Головченко ҡатнашты. Яңы завод эше менән БЮТ ижади төркөм дә танышты

Быйыл ғинуарҙа нигеҙ һалынған завод 9 ай тигәндә сафҡа ингән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡола яланда ҡеүәтле производство күтәрелгән. Өр-яңы станоктарҙа иген эшкәртеү һәм киптереү комплекстары өсөн тәүге деталдәр яһала. Предприятие эше менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак һәм Белоруссияның премьер -министры Роман Головченко танышты. Яңы завод Рәсәй менән Беларусь республикаһы араһында хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыуға, ил президенты ҡуйған бурысҡа тағы бер аҙым.

Предприятиела бөтә процестар ҙа автоматлаштырылған. Яңы техниканы көйләү, программаны үҙләштереү өсөн завод эшселәре махсус уҡыуҙар үткән. Предприятиела шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ һәм асфальт-бетон заводтары өсөн метал конструкциялар етештереләсәк. Завод асылыу менән 250 кешегә эш урыны булдырылған.

Республика ауыл хужалығы ойошмалары иҫәбендә игенде таҙартыу һәм киптереү буйынса 116 комплекс иҫәпләнә, улар бөгөн 65 процентҡа иҫкергән. Республикала етештерелгән продукция күләме артыу сәбәпле, яңы производство аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ярҙам итер, тип көтөлә.

Мобиль комплекстың барлыҡ детәлдәре Рәсәйҙә һәм Белорусияла етештерелә. Был импортты алмаштырыу сәйәсәтенең асыҡ миҫалы. Бәләкәй заводты һатып алыуға аграр предприятиеларға дәүләт тарафынан субсидиялар ҙа ҡаралған.

Хеҙмәттәшлекте дауам итеп, республикала тағы ла коммуналь техника етештереү буйынса «Амкодор-Алға» заводына символик рәүештә тәүге нигеҙ ташы һалынды. Уны «Алға» махсус иҡтисади зонаһында төҙөү күҙаллана. Предприятие республика хужалыҡтарын ғына түгел, илдең башҡа төбәктәре ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндерә аласаҡ.

«Амкодор» холдингы менән хеҙмәттәшлек Рәсәй - Белоруссия мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙең уңышлы өлгөһө, илдең аҙыҡ-түлек һәм технологик хәүефһеҙлеген нығытыуға индергән өлөшө. Башҡортостан властары бер йыл эсендә яңы заводты ла төҙөп бөтөрөргә тигән маҡсат ҡуйҙы.

Лилиә Мәҡсүтова