Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания килде

Өфө аэропортында уны төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Сәфәр сиктәрендә Абхазия Президенты Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, программала - төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу, башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлығын символлаштырған колоннада нигеҙенә таш һалыу, шулай уҡ бер нисә социаль һәм мәҙәни объекттарға барыу планлаштырылған.