Башҡортостандан Красный Луч ҡалаһына сираттағы гуманитар оҙатылды

Башҡортостан яугирҙары менән Луганск халыҡ республикаһының шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһы сираттағы гуманитар ярҙам алды. Өфөнән Донбассҡа 23 йөк машинаһы һәм бер автотралл килде. Башҡортостан оҙатҡан 96-сы гуманитар ылауҙы беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡаршыланы. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

«Мөслим» ҡушаматлы яугир Башҡортостандан гуманитар ярҙам килеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Йөк машиналарының береһенә уның шәхси автомобиле тейәлгән. Үҙе күрше төбәктәрҙә тупланған «Урал» батальонында хеҙмәт итһә лә, һатып алған техниканы тап беҙҙең республика ылауы аша килтерткән.

Махсус хәрби операцияла яугирҙар өсөн техника иң көтөп алынған ярҙам. Ни тиһәң дә, автомобилдәр тиҙ эшлектән сыға. Шуға күрә йөк машиналарының күбеһенә тап юғары үтемле транспорт сараһы тейәлгән. «Уаз» автомобилдәре генә 16 берәмек. Һәм уларҙың эсендә лә йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек. Хәйер, беҙгә буш ҡап ебәрһәләр ҙә ҙур ҡыуаныс, ти яугирҙар.

Красный Луч ҡалаһының «Борвинок» балалар баҡсаһы ла бөгөн уйынсыҡтар алып ҡыуанды. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын Баймаҡ районы шефлыҡҡа алған. Башҡортостан уны төҙөкләндереү менән йыһазландырыуҙа ла ярҙам итә. Беҙҙең өсөн Баймаҡтар иң көтөлгән, хөрмәтле ҡунаҡтар, ти балалар баҡсаһы етәкселеге.

Әле яугирҙар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә. Блиндаждар йылытыла, кейем-һалым да алмаштырыла. Шуға күрә хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы әйберҙәр, йоҡо тоҡтары, тимер мейестәр үтә лә ваҡытлы.

Башҡортостандан гуманитар ярҙам хәҙер тап яугирҙарҙың ихтыяжына ҡарап туплана. Егеттәр тыуған яҡ күстәнәстәрен үҙҙәре үк килеп ала. Хаттар, медикаменттар, аҙыҡ- түлек, йәғни адреслы посылкалар яугирҙарҙың дислокация урынына, алғы һыҙыҡҡа уҡ алып барыла.

Айнур Кәбиров