Радий Хәбиров «Өфө» аэропортында Беларусь премьер-министры Роман Головченконы ҡаршы алды

Сит ил етәкселегенең программаһында «Амкодор-Ағиҙел» заводын асыуҙа ҡатнашыу, шулай уҡ «Амкодор» холдингының яңы производствоһы төҙөлөшөнә старт биреү ҡаралған. Бынан тыш, Өфө трамвай-троллейбус заводы менән Башҡортостан муниципалитеттарына коммуналь техника тапшырыла. Сәфәр барышында төбәктең сәнәғәт проекттары менән дә таныштырыу планлаштырыла. Иртәгә Роман Головченко Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша.