Республикала 15 октябргә тиклем башҡорт теленән олимпиада уҙа

  Онлайн интеллектуаль сарала һәр кем ҡатнаша ала. Олимпиада өс кимәлдә ойошторола. Башҡорт телен  өйрәнә башлағандар, иркен аралашҡандар һәм төрлө диалектарҙа һөйләшкәндәр өсөн айырым үткәрелә. Туған телдән белем һынап ҡарау өсөн олимпиада сайтында теркәлергә һәм 45 минут дауамында 30 һорауға яуап бирергә кәрәк. Проект Республика  граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.