Бөгөн республиканың дәүләт гимны һәм гербына 30 йыл

Башҡортостандың мөһим дәүләт символдары тураһында ҡанун 1993 йылдың 12 октябрендә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителә. Дәүләт гимны итеп Фәрит Иҙрисовтың "Башҡортостан" тип аталған тантаналы көйө алына. 2008 йылда гимндың һүҙҙәре лә ҡабул ителә. Авторҙары - шағир Рауил Бикбаев менән ғалим Рәшит Шәкүр. Һәр дәүләттең символдары уның тарихын һәм йолаларын, сәйәси ҡиммәттәрен һәм өҫтөнлөктәрен сағылдыра, ти Рәшит Шәкүр.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фәрит Иҙрисов дәүләт гимнын барыһы ла белергә тейеш, ул илһөйәрлекте тәрбиәләүҙә иң  дөрөҫ алым тигән фекерҙә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың дәүләт гербы ла ҡабул ителде. Уның авторы рәссам Фазлетдин Ислахов. Гербта ҡалҡып килгән ҡояш фонында милли орнаменттар менән уратып алынған Салауат Юлаевтың һәйкәле урынлашҡан. Аҫтараҡ – ҡурай тажы һәм Республиканың дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма урын алған.